Милли проекттар
9 Декабрь 2024, 05:32

Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән лидер төбәктәрҙең береһе

Башҡортостан Республикаһы - милли проекттарҙы һәм федераль программаларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән лидер төбәктәрҙең береһе.

Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән лидер төбәктәрҙең береһеЯҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән лидер төбәктәрҙең береһе
Яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән лидер төбәктәрҙең береһе

Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин Хөкүмәт комиссияһының төбәктәр үҫеше президиумы (штабы) ултырышында хәбәр итте. Сарала милли проекттарҙы һәм федераль программаларҙы тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. 

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ҡараған “Стимул” федераль программаһына ете объект төҙөлөшө ҡарай. Быйыл, “Стимул” программаһына ярашлы, 1,2 миллион квадрат метр торлаҡтың файҙаланыуға тапшырылыуы ҡаралған. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Ғәзизовтың әйтеүенсә, 2019 йылдан Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Салауат ҡалаларында һәм Өфө районында барлығы 3,14 миллион квадрат ме тр торлаҡ һәм инженер, социаль һәм юл инфраструктураһының 26 объекты ҡарай.

Автор:
Читайте нас