Милли проекттар
16 Декабря 2024, 09:33

Тәүге пациенттар ҡабул ителә башланы

Быйыл республикала йөрәк-ҡан хирургияһы буйынса дүрт медицина ойошмаһы лицензия алды.

Тәүге пациенттар ҡабул ителә башланыТәүге пациенттар ҡабул ителә башланы
Тәүге пациенттар ҡабул ителә башланы

Яңыраҡ ҡына баш ҡалала  асылған яңы медицина үҙәге тәүге пациенттарын ҡабул итә башланы. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса медицина ярҙамы күрһәтәсәк. Тәүге көндә генә 15 пациент белгестәрҙән консультация алды, тикшереүҙәр үтте, аяҡтарҙағы киңәйгән варикоз ҡан тамырҙарына лазер операциялары яһатты.

–Хәҙерге лазер хирургияһы - йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен дауалауҙа революцион боролош ул. Юғары теүәллеге, аҙ йәрәхәтләүе, йөй ҡалдырмауы менән ҙур өҫтөнлөккө эйә. Ул пациенттарҙы һауыҡтырыуҙа өр-яңы офоҡтар аса. Операциянан һуң ауырыуҙар аяҡҡа тиҙ баҫа, – ти Һаулыҡ һаҡлау министрлығының лицензиялар бүлеге начальнигы Эльвира Тәхәүетдинова.

Владимир Путиндың “май“ указдарына ярашлы, ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен,  ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын  кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген  иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты

Автор:
Читайте нас