Милли проекттар
13 Ғинуар 2025, 04:28

Шыршы һәм башҡа ағас орлоҡтары әҙерләнде

Улар урмандарҙы тергеҙергә ярҙам итер.

Шыршы һәм башҡа ағас орлоҡтары әҙерләндеШыршы һәм башҡа ағас орлоҡтары әҙерләнде
Шыршы һәм башҡа ағас орлоҡтары әҙерләнде

Республиканың Урман хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың урман хужалыҡтарында дүрт тонна тирәһе ҡарағай, шыршы һәм башҡа ағас орлоҡтары әҙерләнгән.

- 2024 йылда төбәктең урман хужалыҡтарында дүрт тонна тирәһе урманды тәшкил итеүсе төп тоҡом ағас орлоҡтары әҙерләнде. Шул иҫәптән 2,5 тонна ҡарағай, 455 килограмм шыршы орлоғо тупланды. Шулай итеп был күрһәткес буйынса план 124 процентҡа үтәлде, - тиелә хәбәрҙә.

Орлоҡтар август, сентябрҙә өлгөрә. Артабан тубырсыҡтарҙы йыйыу миҙгеле башлана. Уларҙы киптереү камераларына урынлаштыралар. Аҙаҡ орлоҡтарын алып сифат класын билдәләйҙәр.

“Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәһен күтәреүгә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ныҡлы кәметеүгә  йүнлтелгән. 2025 йылдан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарары менән Рәсәйҙә яңыртылған милли проекттар тормошҡа ашырыла.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.
Автор:
Читайте нас