Милли проекттар
13 Ғинуар 2025, 05:35

Тиҙҙән тауҙарҙа ла интернет буласаҡ

Өфө – Белорет трассаһының таулы өлөштәрендә лә тиҙҙән интернет бәйләнеше ғәмәлгә индереләсәк

Тиҙҙән тауҙарҙа ла интернет буласаҡТиҙҙән тауҙарҙа ла интернет буласаҡ
Тиҙҙән тауҙарҙа ла интернет буласаҡ

Өфө – Белорет трассаһының таулы өлөштәрендә лә тиҙҙән интернет бәйләнеше ғәмәлгә индереләсәк.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Май указдары тарафынан раҫланған “Һанлы иҡтисад“ милли проектына ярашлы башҡарыла. Белорет районы хакимиәтендә аңлатыуҙарынса, былтыр декабрҙә ошо юлдың Архангелдән алып Ҡулмаҫ ауылына тиклемге арауығында МТС  алты подстанция ҡуйған, быйыл ошо ауыл менән Инйәр ҡасабаһы араһында тағы ла бишәү урынлаштырыласаҡ.

“Беҙҙең таулы төбәктә был тормош өсөн бик кәрәкле булған сара. Был юлдан даими йөрөгәндәрҙең ошо хәлгә шатланасағына шигем юҡ. Кәрәҙле элемтә Күлтабан, Терекле, Ҡурғаш, Усаҡлы ауылдарында ла яҡшырҙы”, – ти район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас