Машиналар пациенттарҙы ташыу, биологик материалдарҙы һәм препараттарҙы илтеү өсөн файҙаланыла. Автомобилдәр кондиционер менән йыһазландырылған, алғы креслолар йылытыла. Пассажирҙарҙың именлеген тәьмин итеү өсөн хәүефһеҙлек мендәрҙәре лә бар. Тышҡы көҙгөләрҙең асыҡ күрһәтеүен һаҡлау өсөн йылытыу системаһы ҡуйылған.
2025 йыл башынан илебеҙҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эш башлаған киң ҡоласлы яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош”милли проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был мөһим эшкә 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ.