Милли проекттар
21 Ғинуар 2025, 04:24

Лизинг ярҙамында автопаркты яңырттылар

Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы "Альянс" компанияһына фургон һатып алыу өсөн финанс ярҙамы күрһәтте.

Лизинг ярҙамында автопаркты яңырттыларЛизинг ярҙамында автопаркты яңырттылар
Лизинг ярҙамында автопаркты яңырттылар

Башҡортостандың Төбәк лизинг компанияһы "Альянс" компанияһына фургон һатып алыу өсөн финанс ярҙамы күрһәтте, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Финанслау күләме биш йылға 1,3 миллион һум тәшкил итте. Ярҙам сараһы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) ярашлы күрһәтелде.

Предприятие икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары, ит ярымфабрикаттары етештерә. Компанияның урындағы сауҙа селтәре Мәсәғүт, Һикәяҙ һәм Озеро ауылдарында дүрт магазинды үҙ эсенә ала. Шулай уҡ фирманың төрлө ризыҡ етештереү цехтары бар. Яҡын арала Мәсәғүттә яңы цехты файҙаланыуға тапшырыу көтөлә.

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы сиктәрендә әҙерләнде. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, хеҙмәт етештереүсәнлеген, инвестицион әүҙемлекте арттырыуға, түбән углеродлы үҫешкә һәм дәүләт статистика һәм күҙаллау системаһын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Яңы милли проект – был йылдың 1 ғинуарында тормошҡа ашырыла башлаған 19 милли проекттың береһе. Улар тормоштоң барлыҡ өлкәләренә тиерлек ҡағыла.

Автор:
Читайте нас