Милли проекттар
21 Ғинуар 2025, 06:00

Юлдар төҙөкләндерелә

Былтыр Башҡортостанда 55,6 саҡрымдан ашыу терәк юл селтәре норматив хәлгә килтерелде. Ул «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә атҡарылды. 

Юлдар төҙөкләндереләЮлдар төҙөкләндерелә
Юлдар төҙөкләндерелә

Быйыл 1 ғинуарҙан “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты саралары “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты буйынса дауам итә.

Туймазы һәм Бәләбәй райондарында Бәләбәй - Николаевка - Туймазы - Баҡалы трассаһының - 10, Әлшәй районында Стәрлетамаҡ - Раевка юлының  - 13,8, Кушнаренко - Саҡмағош - Баҡалы автомобиль юлының -  3,5, М-5 трассаһындағы «Урал» - Шишмә - Аксенов юлының 4,5 километр арауығы норматив хәлгә килтерелгән. Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Әлшәй һәм Шишмә райондарында, Нефтекама - Яңауыл араһында ла юлдар яҡшырҙы.

Башҡортостандың терәк юл селтәренең дөйөм оҙонлоғо 3188 саҡрым тәшкил итә. 2025 йыл башына уларҙың 2235 саҡрымы, йәғни терәк селтәрендәге төбәк юлдарының 70,1 проценты нормативтарға тап килә. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса был күрһәткесте 72,5 процентҡа еткереү планлаштырыла.

2025 йылда «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә терәк юл селтәрендә эштәр дауам итәсәк.

Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/25921/ 

Автор:
Читайте нас