Милли проекттар
27 Января 2025, 05:01

Борсаҡ экспорты күләме арта

Башҡортостан аграрийҙары Ҡаҙағстанға нут оҙатты.

Борсаҡ экспорты күләме артаБорсаҡ экспорты күләме арта
Борсаҡ экспорты күләме арта

Хәйбулла районы аграрийҙары Ҡаҙағстанға тағы 169 тонна киптерелгән ноҡот борсағы (нут) оҙатты, тип хәбәр иттеләр “Россельхознадзор”ҙың төбәк буйынса идаралығынан. Башҡортостан продукцияһын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының бурыстарының береһе булып тора.

Борсаҡтың һайлап алынған өлгөләре Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡортостан һынау лабораторияһында тейешле экспертиза үтте. Хәүефле карантин организмдарын тикшереү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланмаған, бөтә тауар импортлаусы илдең талаптарына тап килә һәм Ҡаҙағстанға оҙатылған.

“Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы сит илгә нут экспорты күләмен арттыра. Төбәк өсөн традицион булмаған был юғары маржиналь ҡуҙаҡлы культураны үҫтереү республикабыҙҙың аграр секторы килеменең мөһим статьяларының береһенә әүерелә”, – тип белдерҙеләр “Россельхознадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығында.

Мәҫәлән, 2024 йылда Башҡортостандың ноҡот борсағының сит илгә экспорты күләме 1700 тоннаға еткән.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты

Автор:
Читайте нас