Милли проекттар
27 Ғинуар 2025, 04:27

Мөһим милли проект

Яңы милли проект старт алды. Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.

Мөһим милли проектМөһим милли проект
Мөһим милли проект

Республикала яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” (нацпроект "Продолжительная и активная жизнь") милли проектының старт алыуы тураһында һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. Проект биш йыл дауамында дауам иткән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының дауамы буласаҡ.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Ул Рәсәйҙә һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға – өс меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объектын төҙөүгә, ете меңдән ашыуын ремонтлауға, 54 мең берәмектән ашыу ҡорамал һәм транспорт сараһы алыуға, перинаталь үҙәктәрҙе йыһазландырыуға йүнәлтеләсәк. Әсәлекте, репродуктив сәләмәтлекте һаҡлау һәм ауылдарҙа ғүмер оҙайлығын арттырыу буйынса комплекслы программа тормошҡа ашырыласаҡ һәм был мөһим эшкә 2030 йылға тиклем бер триллион һум аҡса тотоноласаҡ. Әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау мөһим йүнәлештәрҙең береһе булып ҡаласаҡ. Перинаталь үҙәк һәм бала табыу йорттары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Медицина реабилитацияһы үҫеш аласаҡ. Милли проект 12 йүнәлеште берләштерә, ул ҙур ҡоласлы проекттарҙың береһе.  

Автор:
Читайте нас