Милли проекттар
27 Ғинуар 2025, 04:53

Сифатлы, хәүефһеҙ компоненттар менән тәьмин ителгән

Бөтә медицина ойошмалары донор ҡанының сифатлы, хәүефһеҙ компоненттары менән 100 процентҡа тәьмин ителгән.

Сифатлы, хәүефһеҙ компоненттар менән тәьмин ителгәнСифатлы, хәүефһеҙ компоненттар менән тәьмин ителгән
Сифатлы, хәүефһеҙ компоненттар менән тәьмин ителгән

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы үҫешеүен дауам иткән Ҡан хеҙмәте бушлай донорлыҡты пропагандалай. Республика ҡан биреү станцияһының Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Белорет, Бөрө, Күмертау ҡалаларында алты филиалы бар.

Республиканың медицина ойошмаларында 66 трансфузиология кабинеты иҫәпләнә. 2024 йылда бөтәһе ҡырҡ тоннанан ашыу ҡан әҙерләнгән. Әҙерләү стационар һәм күсмә шарттарҙа башҡарылған. Бөтә медицина ойошмалары донор ҡанының сифатлы, хәүефһеҙ компоненттары менән 100 процентҡа тәьмин ителгән. Яңы проект “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм киң ҡоласлы элекке “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите

 

Автор:
Читайте нас