Комплекс рентген диагностикаһының бөтә талаптарына яуап бирә һәм файҙаланыу уңайлылығын, алынған һүрәттәрҙең аныҡлығын тәьмин итә.Ул бик киң рентгенологик тикшеренеүҙәрҙе үткәреү өсөн тәғәйенләнгән, пациентты ятҡан, ултырған йәки баҫҡан килеш тә тикшереү мөмкинлегенә эйә.
Яңы “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.
Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота.