Бөтә яңылыҡтар
10

Заманса аппарат йөрәк торошон тикшерәсәк

Комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолоуын, ҡан әйләнешендәге проблемаларҙы  һәм башҡа мөһим үҙгәрештәрҙе асыҡларға була.

Заманса аппарат йөрәк торошон тикшерәсәк
Заманса аппарат йөрәк торошон тикшерәсәк

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проектына ярашлы, Иҫәнғол үҙәк район дауаханаһына электрокардиограмма күрһәткестәрен һәм артериаль баҫымды  тәүлек әйләнәһенә тикшереүсе комплекс алынды.

“Медиком-комби” маркалы заманса аппарат йөрәк торошон тәүлек буйына тикшерәсәк.Ул электркардиограмманы, артериаль баҫымды, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй. Был комплекс ярҙамында йөрәк ритмы боҙолоуын, ҡан әйләнешендәге проблемаларҙы һәм башҡа мөһим үҙгәрештәрҙе асыҡларға була. Ошо милли проект ярҙамында дауахана былтыр өс компьютер алғайны.

“Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:
Читайте нас: