Бөтә яңылыҡтар
10

"Һөт кухняһы" - ғаиләләргә ярҙам

Республикала 2019 йылдан бирле "Һөт кухняһы" эшләп килә.  

"Һөт кухняһы" - ғаиләләргә ярҙам
"Һөт кухняһы" - ғаиләләргә ярҙам

Был программаға ярашлы, йөклө ҡатындарға, имеҙеүсе әсәләргә, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренән булған өс йәшкә тиклемге балаларға, шулай уҡ опекаға алынғандарға бушлай һөт продукциялары биреү ҡаралған.

Бөгөнгө көндә беҙҙең районда һөт продукцияһын 260 бала ала. Продукция Асҡар ауылында урынлашҡан «Ҡурай» сауҙа үҙәгенең «Һөт кухняһы» бүлмәһенә шишәмбе һәм кесе йома көндәрендә Сибай ҡалаһынан килтерелә. Бөтә продукттар ҙа яһалма өҫтәмәләрһеҙ һәм май кимәле тәбиғи нормалаштырылған һөттән әҙерләнә. Ғаиләләргә йогурт, эремсек, һөт, ә айына бер тапҡыр бутҡалар һәм ҡатнашмалар бирелә. Йөклө һәм бала имеҙгән әсәләр ҡоро ҡатнашмалар менән тәьмин ителә.

Кибеттә һөт продукцияһын таратыусы Фирүзә Хамматова үҙ эшен яратып башҡара.Уны кибеткә  килгән һәр кем үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәр, ярҙамсыл һәм сос булыуын билдәләне.

 

Фирүзә Хамматова:

— Иртәнсәк сәғәт 8-гә алып килеп еткерелгән продукттарҙы шишәмбе һәм кесе аҙна көндәре таратам. Һигеҙ ай тулғанға тиклем  һөт, йогурт, эремсек, ҡатнашмалар һәм бутҡалар бирелә. Һуңынан иһә тик йогурт, эремсек һәм һөт бирелә башлай. Эшемде яратып башҡарам, тик бына бүлмәне арендаға алған өсөн аҡса түләргә кәрәк, шул һорау борсой. Был мәсьәлә менән район хакимиәтенә мөрәжәғәт иттек, әммә әле һаман был һорау хәл ителмәгән.

Һөт кухняһынан продукттарҙы алыр өсөн хәрби комиссариаттан һәм педиатр тарафынан бирелгән белешмәләрҙе электрон рәүештә ҡабул итәбеҙ һәм «Дәүләт хеҙмәттәре» аша теркәлергә кәрәк. Күп ата-әсәләр электрон рәүештә теркәлеүҙе ҡыйын күреп, һөт продукцияларынан баш тарталар. Ә уның бер ҡыйынлығы ла юҡ! Үҙ аллы теркәлә алмағандарға мин һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙермен, бары тик кибеткә килһендәр һәм мөрәжәғәт итһендәр.

 

Гөлсинә Ялалова:

— Һөт аҙыҡтары шул тиклем тәмле. Балаларым яратып ашай, хатта хәҙер магазиндан һөтлө продукттарҙы һатып алмайым. Фирүзә Фәрит ҡыҙы ла яғымлы, алсаҡ, ниндәй генә һорау менән мөрәжәғәт итһәң дә һәр саҡ ярҙам итергә генә тора. Милли проект артабан да ошолай эшләһен, сөнки аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә, ғаилә башлыҡтары МХО-ла йөрөгәндәрҙең ғаиләләренә ҙур ярҙам, тип һанайым.

 

"Һөт кухняһы" - ғаиләләргә ярҙам
"Һөт кухняһы" - ғаиләләргә ярҙам
Автор:Гульфия Хасанова 
Читайте нас: