Милли проекттар
7 Апрель 2025, 07:10

Аграрийҙарҙың тауарына ихтыяж арта

Етенде ҡайһы илдәр ала?

Аграрийҙарҙың тауарына ихтыяж артаАграрийҙарҙың тауарына ихтыяж арта
Аграрийҙарҙың тауарына ихтыяж арта

Әбйәлил һәм Учалы райондары предприятиелары Ҡытайға 2 646 тонна етен оҙатҡан, тип хәбәр итә Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Төбәктең агросәнәғәт комплексы тауарын сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Сифатлы, хәүефһеҙ, экологик яҡтан таҙа тауарға һорау йылдан-йыл арта, тип билдәләй белгестәр. Өҫтәүенә, Көнбайыш илдәренең санкция сәйәсәтенә ҡарамаҫтанБашҡортостан аграрийҙа-рының тауарына ихтыяж Европала ла, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә лә арта.

Йыл башынан Башҡортостандың ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре Европа союзы, Евразия иҡтисади союзы илдәренә, Үзбәкстанға, Төркиәгә, Израилгә һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһына бөтәһе 13 мең 307 тонна аҙыҡ-түлек етен экспортҡа сығарылған. Экспорт тауарының төп күләме Ҡытайға тура килә – туғыҙ мең тоннанан ашыу, Беларусь Башҡортостандан 2,7 мең тоннанан ашыу һатып алған, Ҡаҙағстанға 1,2 мең тоннанан ашыу оҙатылған, Германияға, Польшаға, Швейцарияға, Төркиәгә, Үзбәкстанға һәм Израилға дөйөм алғанда 355 тоннаға яҡын экспортҡа сығарылған.

Былтыр ошо уҡ осорға Башҡортостандан сит илгә 11 мең 960 тонна майлы етен оҙатылған.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас