Милли проекттар
7 Апрель 2025, 05:58

Экспорт каталогы төҙөлә

Был каталогҡа инеү өсөн үҙеңдең компания тураһындағы мәғлүмәтте почтаға ебәрергә кәрәк.

Экспорт каталогы төҙөләЭкспорт каталогы төҙөлә
Экспорт каталогы төҙөлә

Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы экспорт каталогын даими яңырта, был “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарына яуап бирә. Был хаҡта ведомствонан хәбәр иттеләр.

Башҡортостандан бизнес-берләшмә вәкилдәре каталогта үҙҙәренең хеҙмәттәре һәм тауарҙары тураһында мәғлүмәт бирә ала. Был уларға тышҡы баҙарҙа даими булыуҙы тәьмин итергә һәм һатыу географияһын киңәйтергә мөмкинлек бирә.

– Республика экспорт каталогы – потенциаль сит ил уҙаҡташтарына республика етештереүселәренең тауары һәм хеҙмәттәре тураһында мәғлүмәт биреү өсөн үҙенсәлекле формат. Каталогта теркәлеү – сит илдә һатып алыусыны табыуҙың тиҙ һәм уңайлы ысулы, - тип билдәләне Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.

Был каталогҡа инеү өсөн үҙеңдең компания тураһында мәғлүмәтте почтаға ебәрергә кәрәк: habibullina.gn@bashkortostan.ruшулай уҡ  ойошманың исемен, уның тураһында ҡыҫҡаса белешмәне һәм фотоһүрәттәр менән сығарылған продукцияны, контакт мәғлүмәттәрен (телефон, почта, сайт, QR-код) күрһәтеү мөһим. Барлыҡ һорауҙар буйынса +7 347 2808718 телефоны буйынса мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.

Автор:
Читайте нас