Милли проекттар
7 Апрель 2025, 06:30

Йөрәк торошон тикшереү өсөн кәрәк ҡорамал

Ул электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй.

Йөрәк торошон тикшереү өсөн кәрәк  ҡорамалЙөрәк торошон тикшереү өсөн кәрәк  ҡорамал
Йөрәк торошон тикшереү өсөн кәрәк ҡорамал

Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһына яңы ҡорамалдар килтерелде. ЭКГ һәм артериаль ҡан баҫымын тәүлек әйләнәһенә тикшереү өсөн тәғәйенләнгән комплекс ярҙамында йөрәк торошон тикшерергә мөмкин. Ул электрокардиограмманы, ҡан баҫымын, тын алыу функцияларын, ҡандағы кислород кимәлен теркәй. Бындай тикшереү, ғәҙәти ЭКГ-ға ҡарағанда, йөрәк эшмәкәрлеге тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирә. Оло Ыҡтамаҡ үҙәк район дауаханаһының баш табибы Денис Байтуллин “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты булышлығында медицина ойошмаларының яңыртылыуы, реабилитациялау системаһының камиллашыуы тураһында хәбәр итте.

Автор:
Читайте нас