Милли проекттар
28 Апрель 2025, 06:38

Продукцияға ихтыяж тулыһынса ҡапланасаҡ

2011 йылда ойошторолған йәмғиәт төрлө тармаҡтарҙа һәм көнкүрештә ҡулланылған полимер торбалар етештереүсе юғары технологиялы предприятие булып тора.

Продукцияға ихтыяж тулыһынса ҡапланасаҡПродукцияға ихтыяж тулыһынса ҡапланасаҡ
Продукцияға ихтыяж тулыһынса ҡапланасаҡ

Уралда һәм Волга буйында полимер торбалар етештереүсе эре предприятиеларҙың береһе "Өфө торба заводы" Башҡортостанда "Һөҙөмтәле һәм конкурентлыҡҡа һәләтле иҡтисад" милли проектында 192-се ҡатнашыусы булды. Был хаҡта хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендәге төбәк компетенциялар үҙәге (РЦК) хәбәр итә.

2011 йылда ойошторолған йәмғиәт төрлө тармаҡтарҙа һәм көнкүрештә ҡулланылған полимер торбалар етештереүсе юғары технологиялы предприятие булып тора. Заводтың ҡеүәте уға Уралдың был продукцияға булған ихтыяжын тулыһынса ҡапларға мөмкинлек бирә.

Предприятие етештереү процестарының һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм юғалтыуҙарҙы кәметеү өсөн Федераль компетенциялар үҙәге  белгестәренән адреслы ярҙам аласаҡ. Завод төрлө ярҙам сараларына, шул иҫәптән Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы финанслауға эйә була аласаҡ. Ул шулай уҡ кадрҙар әҙерләү өсөн һанлы хеҙмәттәр менән файҙалана аласаҡ.

Компанияның конкурентлыҡ яғынан һиҙелерлек өҫтөнлөгө бар: улар урындағы сеймалды ғына ҡуллана. Милли проектҡа ҡушылыу заводҡа күрһәткестәрен яҡшыртыуға ғына түгел, тотош төбәкте үҫтереүгә, яңы эш урындары булдырыуға, инновацион етештереү технологияларын үҙләштереүгә үҙ өлөшөн индереү мөмкинлеген бирәсәк.

Был эштәрҙең барыһы ла л Президенты Владимир Путиндың ҡарары һәм  “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәренә тормошҡа ашырыла.

Автор:Карима Усманова

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-04-23/f-torba-zavody-he-m-t-eteshtere-s-nlegen-arttyrasa-4210946 

Автор:
Читайте нас