

Баймаҡ үҙәк район дауаханаһына видеохирургия таяуы килтерелгән. Быйылдан медицина ойошмалары “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға ярашлы алып барыла. Ҡорамалдар килгәндән алып 55-тән ашыу әмәлиәт яһалған.
Таяу лапароскопия операциялары өсөн махсус техника һәм ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Лапароскопия ысулы тотош донъя хирургтары тарафынан уңышлы файҙалана, сөнки уның ярҙамында пациент та аҙыраҡ йәрәхәтләнә.
Әйткәндәй, 2025 йылда Башҡортостанда, “Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау” төбәк программаһы маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ярашлы, 4,5 меңдән ашыу ҡорамал, 99 транспорт сараһы һатып алыу, 134 берәмек модулле конструкцияны һатып алыу һәм ҡуйыу планлаштырылған.