Милли проекттар
28 Апреля 2025, 07:15

Заманса ИТ-инфраструктура булдырыу дауам итә

Башҡортостанда һуңғы биш йылда киң һыҙатлы интернетҡа тоташҡан йорт хужалыҡтары һаны 20,5 процентҡа артҡан.

Заманса ИТ-инфраструктура булдырыу дауам итәЗаманса ИТ-инфраструктура булдырыу дауам итә
Заманса ИТ-инфраструктура булдырыу дауам итә

Башҡортостанда һуңғы биш йылда киң һыҙатлы интернетҡа тоташҡан йорт хужалыҡтары һаны 20,5 процентҡа артҡан, тип хәбәр итә республика дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министрлығы. Төбәктә башҡарылған эш “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте һанлы трансформациялау” милли проектының маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә.

– Бөгөнгө көндә халыҡтың 92 проценттан ашыуы юғары тиҙлекле мобиль интернетҡа эйә, ә 14 мең кеше киң һыҙатлы интернет менән файҙалана. Был 24 тораҡ пунктта алты мең йорт хужалығын үҙ эсенә ала, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

2024 йылда республикала интернетҡа тоташҡан йорт хужалыҡтарының өлөшө 92 проценттан ашыу тәшкил иткән. Уҙған йылда элемтә операторҙары 1,8 меңгә яҡын база станцияһы ҡуйған йәки яңыртҡан, шул иҫәптән уларҙың 267-һе – яңы элемтә ҡоролмалары. Биш йыл эсендә 164 тораҡ пунктта ете меңгә яҡын станцияла ошондай эш башҡарылған.

Тағы ла бер төп момент – “Мәғлүмәт иҡтисады һәм дәүләтте цифрлы трансформациялау” милли проекты сиктәрендә мәғариф ойошмаларында заманса ИТ-инфраструктура булдырыуҙы дауам итеү. Республиканың 441 мәктәбендә яңы локаль иҫәпләү селтәрҙәрен булдырыу һәм булғандарын модернизациялау буйынса эштәр үткәреү планлаштырыла.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты

Автор:
Читайте нас