Милли проекттар
5 Май 2025, 11:23

Иң ҙур геоглифтарҙың береһе беҙҙең районда

Ул Әбйәлил районында урынлашҡан: 13 гектар самаһы ерҙә 50 мең тирәһе ҡарағай үҫентеһе ултыртылған.

Иң ҙур геоглифтарҙың береһе беҙҙең райондаИң ҙур геоглифтарҙың береһе беҙҙең районда
Иң ҙур геоглифтарҙың береһе беҙҙең районда

Башҡортостанда “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара акцияһы дауам итә. Ул “Экологик хәүефһеҙлек” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектына булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторолған.

Акция барышында урмансылар ике миллион ағас үҫентеһе ултыртыуҙы планлаштырған, тип хәбәр БР Урман хужалығы министрлығы был хаҡта.

Әбйәлил районында илебеҙҙәге иң ҙур геоглифтарҙың береһен булдырғандар. Бының өсөн 13 гектар самаһы ерҙә 50 мең тирәһе ҡарағай үҫентеһе ултыртылған.

– Был экологик башланғыс ҡына түгел, ә киләһе быуындарға еткерергә теләгән мөрәжәғәтебеҙ ҙә. Ошо ерҙән үткән һайын, улар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алыр, – ти Әбйәлил урман хужалығы директоры Зариф Абдуллин.

“Хәтер баҡсаһы” акцияһы РФ Президенты В.В. Путин ҡушыуы буйынса үткәрелә. Быйыл ул айырым мәғәнәгә эйә – илебеҙ субъекттарының һәр ҡайһыһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы иҫтәлегенә ағастар ултыртыла. Акция Рәсәйҙәге Ватан һаҡсылары йылына ла арнала.

Автор:
Читайте нас