

Был хаҡта төбәктең ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр иттеләр. Ауыл хужалығын Рәсәйҙы яңы техникаһы һәм ҡорамалдары менән тәьмин итеү “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү” милли проектының маҡсаты булып тора
– Республикала агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу дауам итә. Быйыл апрелгә тиклем 616 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынды. Был 116 трактор, 12 иген йыйыу комбайны, 170-тән ашыу тупраҡ эшкәртеү машинаһы һәм башҡа техника, – тип хәбәр итте Хөкүмәт Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.
Башҡортостанда агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу буйынса төбәк программаһы эшләй, уның сиктәрендә аграрийҙарға ауыл хужалығы техникаһын һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентын ҡаплайҙар.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты