Милли проекттар
12 Май 2025, 05:50

Марафон программаһында оҫталыҡ кластары

Марафондың тәүге ике көнөндә тотош республикалағы медицина кластарынан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты.    

Марафон программаһында оҫталыҡ кластарыМарафон программаһында оҫталыҡ кластары
Марафон программаһында оҫталыҡ кластары

“Йәштәр һәм балалар” милли проектын тормошҡа ашырыуға ярашлы,  Вуз-ара кампус резиденты, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Башҡортостан дәүләт медицина университеты 5-нән  7 майға тиклем “Тактик медицина: Еңеүҙән Еңеүгә тиклем” мәғариф-илһөйәрлек марафонын үткәрә. Был хаҡта Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр иттеләр.  

Марафондың тәүге ике көнөндә тотош республикалағы медицина кластарынан 200-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Марафон программаһында - тактик медицина буйынса асыҡ дәрестәр, тактик медицина һәм беренсе медицина ярҙамын күрһәтеү һәм башҡалар буйынса буйынса оҫталыҡ кластары.

Заманса тактик медицина – экстремаль шарттарҙа – яу яланында, ғәҙәттән тыш хәлдәр зонаһында, һәләкәттәр эҙемтәләрен бөтөрөүҙә эшләй алған белгестәрҙе әҙерләүҙең бер айырылғыһыҙ өлөшө. Уның Бөйөк Ватан һуғышы осоронда һалынған нигеҙҙәре меңләгән кеше ғүмерен ҡотҡарҙы һәм хәрби-ялан, экстремаль медицина нигеҙенә әүерелде, тип хәбәр итте мәғариф-илһөйәрлек марафонын ойоштороусылар.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты

Автор:
Читайте нас