Милли проекттар
19 Май 2025, 05:06

Был өлкәгә күберәк студенттарыбыҙ йәлеп ителер

Өфө студенты Булат Әйүпов үҙ-ара ярҙамлашыу өсөн социаль селтәр уйлап тапҡан. Ул яһалма зиһенгә нигеҙләнгән кәңәш биреү системаһына ҡоролған.

Был өлкәгә күберәк студенттарыбыҙ йәлеп ителерБыл өлкәгә күберәк студенттарыбыҙ йәлеп ителер
Был өлкәгә күберәк студенттарыбыҙ йәлеп ителер

БР Мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, талантлы студент “Студент стартапы” конкурсында ҡатнашып, “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса ярҙам алған.

Проектттың асылы шунда: ябай кәңәштән алып экспертиза йә ниндәйҙер әйберҙе һайлау һәм башҡа кәңәшкә мохтаж кеше социаль селтәрҙә уны таусирлап яҙып ҡалдыра. Яһалма зиһенле кәңәш биреү системаһы был һорауҙы виртуаль дуҫтарҙың профилдәре менән сағыштыра ла ярҙам итерҙәйҙәрен һайлап, исемлек төҙөй. Һорау авторы уны ҡарап сыҡҡас, үҙенә тап килгәнен һайлап, үтенесен ошо кешегә яҙып ебәрә. Платформаны 10-лаған кеше төҙөй, улар – Булат Әйүповтың дуҫтары, курсташтары, фекерҙәштәре. Ай-ай ярымдан һуң йәштәр диплом темаһын яҡлай, унан һуң рәсми релиз сыға һәм ҡушымтаны күсереп алып, файҙалана башларға мөмкинлек тыуа.

“Был йүнәлеш буйынса эшкә булышлыҡ итәбеҙ, артабан да ярҙам итербеҙ. Талантлы студенттар, магистранттар һәм аспиранттарға ижади эҙләнеү эштәре алып барырға ярҙам иткән мөхит тыуҙырырға бар яҡлап та булышлыҡ ҡылырбыҙ. ӨФһТУ аҙаҡҡы йылдарҙа студенттар эшҡыуарлығы буйынса алдынғы урындарҙы биләй һәм был өлкәгә йылдан-йыл күберәк студенттарыбыҙ йәлеп ителер, тип ышанабыҙ”, – ти университеттың проект эштәре һәм эшҡыуарлыҡ буйынса идаралығы етәксеһе Зөлфиә Садиҡова.

Яңыртылған милли проекттар РФ Президенты В.В.Путин ҡарары буйынса быйылдан тормошҡа ашырыла башланы.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-05-19/f-studenty-ara-yar-amlashyu-s-n-sotsial-selt-r-t-g-n-4240428 

Фото: https://pravitelstvorb.ru/news/26740/ 

Автор:
Читайте нас