

Башҡортостан халҡы 100-ләгән программа буйынса белемен камиллаштыра ала. Улар барыһы ла урындағы хеҙмәт баҙары талаптарына яуап бирерлек итеп әҙерләнгән. "Кадрҙар" милли проектына ярашлы үткәрелгән уҡыуҙарҙа ҡатнашыуға 510 кеше ғариза биргән. БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, кадрҙар буйынса күҙаллауҙарға ҡарағанда, беҙҙең республикала, тотош илдә лә, квалификациялы эшселәргә ихтыяж ҙур.
IT, электр энергияһы, төҙөлөш тармаҡтарына белгестәр әҙерләү программалары ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, тип хәбәр итә БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Исемлектә шулай уҡ машинистар, слесарлыҡ һөнәрҙәре, төрлө ҡорамалдар операторҙары, агрономдар, техник-механиктар һәм башҡалар бар.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты