

“Башҡортостан кирбесе” заводы хеҙмәткәрҙәре “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектына ярашлы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проекты ярҙамында һаҡсыл технологияларҙы үҙләштерәсәк. Был турала республиканың компетенциялар үҙәге хәбәр итә.
- Был һаҡсыл алымдарҙы индереүсе кирбес етештергән өсөнсө ойошма. Процесты яҡшыртыу, продукция күләмен арттырыу өсөн компания бөтә мөмкинлектәрҙе лә ҡуллана, - тине төбәк премьер-министрының беренсе урынбаҫары - Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
Республика компетенциялар үҙәге эксперттары производство циклына диагностика эшләйәсәк, һәр процесты анализлаясаҡ. “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектының маҡсаты – иҡтисадты, финанс баҙарын үҫтереү, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү, тирә-яҡ мөхиткә негатив йоғонтоно кәметеү.
Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты