

Республиканың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың урман янғын һүндереү станциялары хеҙмәткәрҙәре “Экологик именлек” милли проектының “Урмандарҙы Һаҡлау” федераль проекты маҡсаттарына ярашлы, урман фонды биләмәһендә янғын хәүефһеҙлеге буйынса өҫтәмә саралар күреп, әүҙем эш алып барыла.
Янғынға ҡаршы тематикаға аншлагтар һәм янғын хәүефе юғары булған осраҡта ҡулланылған шлагбаумдар ҡуйыу дауам итә. Белгестәр әйтеүенсә, аншлагтар — янғынға ҡаршы пропаганданың бер өлөшө. Улар урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәү тураһында хәбәр итә. Уларҙа Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының тәүлек әйләнәһенә эшләгән диспетчер хеҙмәте, шулай уҡ урман һағы ҡыҙыу линияһы телефондары урынлашҡан. Был һандарҙан урмандағы төтөн һәм янғындар тураһында ғына түгел, ә урман ҡануниәтен боҙоуҙар тураһында ла хәбәр итергә мөмкин.