Милли проекттар
2 Июнь 2025, 06:24

Диагностик тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеге киңәйәсәк

 Рентгенографияны дауахана палаталарында һәм башҡа махсуслаштырылмаған биналарҙа башҡарырға мөмкин.

Диагностик тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеге киңәйәсәкДиагностик тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеге киңәйәсәк
Диагностик тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкинлеге киңәйәсәк

Рентген-аппарат һүрәтте мобиль яҫы панель детекторға теркәү менән бергә рентгенография үткәрә. Уны дауахана палаталарында  һәм башҡа махсуслаштырылмаған биналарҙа башҡарырға мөмкин. Аппарат конструкцияһы уны еңел күсереп йөрөтөргә мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә ул тотороҡло. Һанлы технология  компьютер экранында бик тиҙ юғары сифатлы диагностик һүрәт алырға ярҙам итә. Тимәк, экспресс-диагностика үткәреү мөмкин.

Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын һәм элекке ҙур ҡоласлы “Демография” проектының ҡайһы бер йүнәлештәрен артабан үҫтерәсәк. Тәү сиратта ярҙам сараларын ғүмер оҙайлығы илдәге уртаса күрһәткестән артта ҡалған төбәктәр һәм ауылдар аласаҡ. Милли проект һаулыҡ һаҡлауҙың тәүге звеноһын артабан яңыртыуға йүнәлтелгән, йөрәк-ҡан тамырҙары, онкология һәм диабет сирҙәре менән көрәш буйынса федераль программалар ҙа дауам итәсәк.

Тап ошо мөһим милли проект 2030 йылға көтөлгән ғүмер оҙайлығын 78 йәшкә (артабан 80 йәшкә) тиклем еткереүҙе күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдың 1 ғинуарынан тормошҡа ашырыла.

Автор:
Читайте нас