Милли проекттар
2 Июнь 2025, 06:13

Роботтарҙы етештереүгә индерәсәктәр

Тиҙҙән роботтар менән бергә эшләй башлаясаҡбыҙ. Башҡортостанда милли проект буйынса роботтарҙы етештереүгә индерәсәктәр.

Роботтарҙы етештереүгә индерәсәктәрРоботтарҙы етештереүгә индерәсәктәр
Роботтарҙы етештереүгә индерәсәктәр

Республика Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, федераль компетенциялар үҙәге Башҡортостан предприятиеһын роботтарҙы етештереүгә индерергә ярҙам итеүселәр иҫәбенә индерҙе. Проект Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы ҡарамағында булған “Етештереү Һәм автоматлаштырыу саралары” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыласаҡ.

Һайлап алыуҙы үткәндәр араһында - Өфө компанияһы “Геоспейс Технолоджис Евразия” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, Рәсәй, БДБ илдәре һәм алыҫ сит илдәр баҙарында геофизик ҡорамалдар етештереүсе һәм тәьмин итеүселәрҙең береһе.

Производствоны роботлаштырыу проекты ике ай дауам итә һәм предприятиеның ағымдағы торошон диагностикалау һәм “нескә урындарҙы” билдәләү менән башлана. Федераль компетенциялар үҙәге эксперттары робот техникаһына функциональ талаптарҙы билдәләй һәм робототехник комплекстың оптималь конфигурацияһын һайлай. Бынан тыш, уның иҡтисади маҡсатҡа ярашлылығын комплекслы баһалау үткәрелә: етештереү участкаһының ағымдағы иҡтисади күрһәткестәре, роботтарҙы индереү хаҡы һәм уларҙы ҡулланыуҙың иҡтисади эффекты иҫәпләнә.

“Етештереү Һәм автоматлаштырыу саралары» милли проекты  — ил иҡтисадын үҫтереүҙең яңы йүнәлештәренең береһе. Уның маҡсаты-юғары технологиялы станоктар етештереү өлкәһендә технологик бойондороҡһоҙлоҡ тәьмин итеү һәм сәнәғәт роботизацияһы кимәлен күтәреү. Ул РФ Президенты Владимир Путин раҫлаған милли үҫеш маҡсатына — технологик лидерлыҡҡа өлгәшеүгә йүнәлтелгән. 2030 йылға тиклемге бурыстар араһында роботлаштырыу тығыҙлығы: 10 мең кешегә 145 берәмек.

 Фото: pravitelstvorb.ru.

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-05-30/ti-n-robottar-men-n-berg-eshl-y-bashlayasa-by-4255995 

Автор:
Читайте нас