Милли проекттар
9 Июнь 2025, 05:42

Ҡошсолоҡ тармағын үҫтереүгә иғтибар арта

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институты ҡошсолоҡ тармағы өсөн яңы генетик технологиялар булдырыуға ярҙам алды.

Ҡошсолоҡ тармағын үҫтереүгә иғтибар артаҠошсолоҡ тармағын үҫтереүгә иғтибар арта
Ҡошсолоҡ тармағын үҫтереүгә иғтибар арта

Рәсәй фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең биохимия һәм генетика институты ҡошсолоҡ тармағы өсөн яңы генетик технологиялар булдырыуға ярҙам алды. Был проект “Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик яҡтан тәьмин итеү” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Өс йыл дауамында ғалимдар тауыҡтар генын өйрәнә һәм уларҙы камиллаштырыу алымдарын күрһәтә. Шулай уҡ институтта йәш белгестәргә селекцияның заманса алымдарына өйрәтеү өсөн белем биреү программаларын әҙерләйҙәр.

“Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик яҡтан тәьмин итеү” милли проектының маҡсаты - Рәсәйҙең агросәнәғәт комплексын үҫтереү. Яңыртылған милли проекттар ил Президенты ҡарары менән быйылдан тормошҡа ашырыла.

Автор:
Читайте нас