Милли проекттар
9 Июнь 2025, 05:49

Проекттар уңышлы тормошҡа ашырылыр

39 кеше грант отто. Улар, тәҡдим иткән бизнес проектына ярашлы, 1,5 – 7 миллион һум аҡса аласаҡ.

Проекттар уңышлы тормошҡа ашырылырПроекттар уңышлы тормошҡа ашырылыр
Проекттар уңышлы тормошҡа ашырылыр

“Агростартап” грантына дәғүәселәрҙе һайлау буйынса конкурс комиссияһы Башҡортостандан ҡатнашыусылар араһында иң күп балл йыйғандарҙы билдәләне, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте матбуғат хеҙмәте.

Конкурс һайлауын 39 кеше үткән. Улар, тәҡдим иткән бизнес проектына ярашлы, 1,5 – 7 миллион һум аҡса аласаҡ. Дәүләт ярҙамы “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты нигеҙендә бирелә. Был йүнәлеш буйынса бүленәсәк дөйөм сумма 175 миллион һум тәшкил итә – былтырғынан 17 процентҡа күберәк.

– Республикала ауыл хужалығы күп тармаҡлы. Бәләкәй бизнестың үҙ бурыстары бар. Фермерҙарға, шул иҫәптән яңы эш башлағандарға ла, үҫеш өсөн йүнәлештәр күп. Әлеге конкурста грант отҡандарҙан проекттарын уңышлы тормошҡа ашырыуҙарын, һөҙөмтәле үҫеш көтәбеҙ, – Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов.

“Агростартап” программаһы яңы эш башлаған фермерҙарға булышлыҡ ҡылыу һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән. Ит һәм һөт малсылығы буйынса проекттарға – ете миллион һумға тиклем, башҡаларға биш миллионға ҡәҙәр грант бирелә.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-06-04/39-keshe-grant-otto-4263851 

Автор:
Читайте нас