Милли проекттар
14 Июль 2025, 05:43

Тауар өлгөләре лаборатория һынауҙарын үткән

Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы предприятиелары 112 мең тонна иген һәм уны эшкәртеү тауарҙарын экспортҡа сығарған.

Тауар өлгөләре лаборатория һынауҙарын үткәнТауар өлгөләре лаборатория һынауҙарын үткән
Тауар өлгөләре лаборатория һынауҙарын үткән

Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы 2025 йылдың алты айында агросәнәғәт комплексы предприятиелары тарафынан Азербайжанға, Беларусҡа, Бельгияға, Германияға, Һиндостанға, Ҡаҙағстанға, Ҡырғыҙстанға, Ҡытайға, Латвияға, Монголияға, Польшаға, Төркмәнстанға, Төркиәгә, Үзбәкстанға һәм Швейцарияға экспортланған 112 мең тоннаға яҡын иген һәм уны эшкәртеү тауарҙарын контролдә тотҡан. Был хаҡта күҙәтеү ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Төбәктең агросәнәғәт комплексы продукцияһын сит илгә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) маҡсаттарына ярашлы оҙатыла.

Һүҙ, атап әйткәндә, етен, бойҙай, арпа, рапс, горчица, сафлор, вика һәм башҡа ҡуҙаҡлы һәм майлы иген культуралары менән тәьмин итеү тураһында бара.

2459 партиянан һайлап алынған карантин аҫты тауары өлгөләре бөтә кәрәкле лаборатория һынауҙарын үтә.

Экспертиза һөҙөмтәләре буйынса бөтә партияларға 2459 экспорт фитосанитар сертификат бирелгән.

Динар Кәлимуллин фотоһы.

Автор:
Читайте нас