Милли проекттар
29 Июль 2025, 12:00

Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә

Белем биреү учреждениеһы 360 уҡыусыға иҫәпләнгән. Объекттың дөйөм майҙаны 22,3 мең квадрат метрҙан ашыу.

Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөләӨфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә
Өфөлә математика лицей-интернаты төҙөлә

Өфөлә “Йәштәр һәм балалар” милли проекты буйынса математика лицей-интернаты төҙөлә башланы. 

– Бөгөн төҙөлөш майҙансығында әҙерлек эштәре башҡарылған, ҡоймалар һәм подъезд юлдары ҡоролмаһы ҡуйылған. Төҙөүселәр интернаттың торлаҡ өлөшөн ҡаҙыуға тотондо, – тип билдәләне Башҡортостандың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов. Белем биреү учреждениеһы 360 уҡыусыға һәм 250 йоҡо урынына иҫәпләнгән. Объекттың дөйөм майҙаны 22,3 мең квадрат метрҙан ашыу. Проектта уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн биш ҡатлы уҡыу корпусы һәм дөйөм ятаҡ блогы төҙөү планлаштырылған. Бинала шулай уҡ спорт зонаһы, ашхана, конференциялар залы, китапхана, уҡытыусылар һәм административ майҙандар урынлашасаҡ.

Төҙөлөш-монтаж эштәрен тамамлау 2027 йылдың декабренә планлаштырылған. “Йәштәр һәм балалар” милли проекты таланттарҙы үҫтереү һәм йәштәр үҙҙәренең һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн мөмкинлектәр булдырыуға йүнәлтелгән. Маҡсаты – мәктәптәр төҙөү һәм ремонтлау, уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү, уҡытыуҙың яңы алымдарын һәм уҡытыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу. Милли проект шулай уҡ донъя кимәлендәге кампустар селтәрен үҫтереүҙе һәм “Өҫтөнлөк 2030” программаһы буйынса юғары уҡыу йорттарына ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Яңыртылған милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса 2025 йылдан тормошҡа ашырыла.

Фотолар: Артем Ковшовтың социаль селтәренән.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.

Автор:
Читайте нас