Милли проекттар
4 Август 2025, 04:53

Ауыл хужалығы өсөн дрон уйлап тапҡан

Киләсәктә ул был тармаҡта киң ҡулланыш алыр.

Ауыл хужалығы өсөн дрон уйлап тапҡанАуыл хужалығы өсөн дрон уйлап тапҡан
Ауыл хужалығы өсөн дрон уйлап тапҡан

ӨДНТУ-ла хәбәр итеүҙәренсә, ауыл хужалығы ерҙәрендә ашламаларҙы, пестицидтарҙы, биопрепараттарҙы һиптереү өсөн пилотһыҙ осоу системаһы булдырыу - Өфө дәүләт нефть техник университетының Химия технологиялары һәм инжиниринг институтын тамамлаған Максим Лабеевтың диплом эшенең темаһы. Был юғары уҡыу йорто – “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Өҫтөнлөк-2030” программаһында ҡатнашыусы.

Максим – быйыл стартап форматында квалификациялы эшен яҡлаған 225 студенттың береһе. Лабеев һиптереү модулле дрон прототибын эшләгән. БПЛА-ны мониторинглау һәм автоматик идара итеү программаһын булдырған. Техник-мәғлүмәт системаһы баҫыуҙарҙы эшкәртеүҙе автоматлаштырырға, химикаттарҙың сығымын кәметергә, тирә-яҡ мөхиткә тәьҫирен аҙайтырға булышлыҡ итә. Шулай уҡ һиптереүсе дронды фәнни тикшеренеүҙәрҙә лә ҡулланырға мөмкин.

Егет эшләгән ауыл хужалығы дронының өҫтөнлөгө эшләүҙәге ябайлығында, хаҡының ҡиммәт булмауында.

- Быға тиклемге хаҡы буйынса ҡиммәтле аналогтарҙан айырмалы рәүештә, был дрон минималь сығымдар менән пестицидты һиптереү процесын автоматлаштырырға булышлыҡ итә. Уны алыу эре ауыл хужалығы компаниялары һәм агрохолдингтарға ғына түгел, ҙур булмаған фермер хужалыҡтарына, аграр лабораторияларға ла мөмкин буласаҡ, - ти Максим.

Уның ғилми етәксеһе - Өфө дәүләт нефть техник университетының Химия технологиялары һәм инжиниринг институтының автоматлаштырылған технология һәм мәғлүмәт системалары кафедраһы доценты Екатерина Кулакова Максим Лабеевтың был проект өҫтөндә эшен артабан магистратурала дауам итеренә һәм юғары һөҙөмтәгә өлгәшеренә ышана.

Фото: “Башҡортостан” Хөкүмәте сайтынан.

Сығанаҡ: Башҡортостан гәзите сайты

https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-08-02/student-auyl-huzhaly-y-s-n-dron-uylap-tap-an-4336153 

Автор:
Читайте нас