

Башҡортостан мал аҙыҡ-түлеге сығарылған сит илдәр исемлеген киңәйтә. Төркмәнстанға гранулалы көнбағыш шроты партияһын ебәрҙеләр. Мал һәм ҡош-ҡорт аҙығына өҫтәмә барлыҡ тикшереүҙәрҙе үткән. Гранулалы көнбағыш шроты ГОСТ һәм импорт сығарылған ил талаптарына тулыһынса тура килә. Фитосанитария сертификаты ла бирелгән.
Сит илгә ауыл хужалығы продукцияһын сығарыу – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе.
Ҡиммәтле, юғары протеинлы аҙыҡ 63 тонна тәшкил иткән. Продукцияны Башҡортостандағы ҙур май эскстракцияһы предприятиеһы әҙерләгән.
Сығанаҡ, фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы.