Милли проекттар
18 Август 2025, 05:45

Ҡаҙағстанға етен оҙатылған

Быйыл Башҡортостанда етен культуралары 100 мең гектар тәшкил итә. Ужым 47 районда үҫтерелә.

Ҡаҙағстанға етен оҙатылғанҠаҙағстанға етен оҙатылған
Ҡаҙағстанға етен оҙатылған

Башҡортостандың Хәйбулла районындағы ауыл хужалығы предприятиеһы Ҡаҙағстан Республикаһына ҙур партия  етен оҙатҡан.

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ауыл хужалығы продукцияһы менән сит илдәрҙе тәьмин итеү – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының төп йүнәлештәренең береһе булып тора. 

Оҙатылған етен партияһының ауырлығы 322 тонна тәшкил иткән. Россельхознадзор ҡарамағындағы Башҡорт һынау лабораторияһында белгестәр тарафынан һайлап алынған карантин продукцияһы өлгөләре энтомологик һәм гербологик тикшереүҙәр үткән. Төбәк хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә майлы культура өлгөләрендә хәүефле карантин организмдары табылмаған.

Быйыл Башҡортостанда етен культуралары 100 мең гектар тәшкил итә. Ужым 47 районда үҫтерелә. “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты ватан компанияларына ярҙам күрһәтеүҙе күҙ уңында тота. Төп маҡсаттары – һөҙөмтәле механизмдарҙы ҡулайлаштырыу, импортер илдәрҙә үҙебеҙҙә ихтыяж булған инфраструктура булдырыу йәһәтенән эште көсәйтеү.

Автор:
Читайте нас