Милли проекттар
18 Август 2025, 07:45

Һалым ташламаһы файҙаланылды

Аҡса экономиялау юлын файҙаланғандар. Был хаҡта республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр.

Һалым ташламаһы файҙаланылдыҺалым ташламаһы файҙаланылды
Һалым ташламаһы файҙаланылды

Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандағы ИТ-компаниялар һалым ташламаларын файҙаланыу һөҙөмтәһендә 153 миллион һумды экономияланы. 2024 йылда барлығы 106 компания һалым ташламаһынан файҙаланды. ИТ-секторға ярҙам итеү – “Мәғлүмәттәр иҡтисады һәм дәүләттең һанлы трансформациялауы” милли проектының төп маҡсаттарының береһе. Был хаҡта республиканың Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығынан хәбәр иттеләр.

“Былтыр һалым ташламалары күләме, унан элгәре йыл менән сағыштырғанда, 20 процентҡа артты. Бынан тыш, бирелгән ташламалар һөҙөмтәләре буйынса ИТ-компаниялар тарафынан бюджетҡа түләнгән өҫтәмә хаҡҡа һалым буйынса килгән аҡса күләме 52 процентҡа артты, -  тип белдерҙе республиканың дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. 2023 йыл менән сағыштырғанда, һалым ташламаһынан файҙаланған ИТ-компанияларҙан ябайлаштырылған һалым түләү системаһы буйынса килгән аҡса күләме артҡан.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-08-15/a-sa-ekonomiyalau-yulyn-fay-alan-andar-4349762 

Автор:
Читайте нас