

Улар Һарытау өлкәһендәге бикре тоҡомло ыуылдырыҡтарҙы үрсетеү менән шөғөлләнгән махсус предприятела үҫтерелгән. Павловка һыуһаҡлағысы стерлядь үҫтереү һәм үрсетеү өсөн бик яҡшы урын.
Уҡбалыҡтар Рәсәй балыҡсылығының Волга-Кама территориаль идаралығы хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүе аҫтында һыуға ебәрелде. Тәбиғи шарттарҙа уларға йәшәүе ауыр, шуға күрә яһалма шарттарҙа үрсетеп, артабан йылғаға сығарыу-һирәк һәм ҡиммәтле балыҡтарҙың һанын тергеҙеүҙең һөҙөмтәле ысулы һанала. Был эш "Экологик именлек" милли проекты сиктәрендә башҡарылған.
https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2025-08-15/pavlovkala-baly-k-b-yg-n-4350751