

Быйыл Архангел, Бөрө, Ғафури, Иглин, Тәтешле, Ҡариҙел райондарында 31 ауыл биләмәһен һауанан тикшереү планлаштырылған. Башҡортостан буйынса Росреестр, белдереүенсә әлеге ваҡытта 24 ҡасабала 2,6 мең гектарҙан ашыу ер тикшерелгән һәм 307 ер ҡануниәтен боҙоу асыҡланған. Шулай уҡ тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 219 реестр хатаһы төҙәтеләсәк. Ведомствола аңлатыуҙарынса, аэрофото төшөрөү материалдары юғары мәғлүмәткә һәм сифатҡа эйә. Улар махсус программа менән эшкәртелә һәм урындағы һәм рельефтың цифрлы моделдәренең нигеҙе булып тора.