

Башҡортостанда эш биреүселәр, инвалидтарҙы стажировкалау программаһына ярашлы, инвалид стажерҙың һәм уға беркетелгән остаздың хеҙмәт хаҡының бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алыу мөмкинлегенә эйә. Халыҡтың ярҙамға мохтаж категорияларының мәшғүллегенә булышлыҡ итеү – «Кадрҙар» милли проектының төп йүнәлештәренең береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан.
2025 йылда һәр компания 135 мең һумға тиклем ярҙамға иҫәп тота ала. 2017 йылдан, йәғни программа тормошҡа ашырыла башлағандан алып, меңдән ашыу инвалид стажировка үткән. Артабан һуң уларҙың ошо эш урындарында нығыныуы 70 процент тәшкил итә.
Инвалид хеҙмәткәрҙәр башлыса эшкәртеү производствоһында (17 процент), мәғариф (11 процент), һаулыҡ һаҡлау (10 процент), сауҙа (туғыҙ процент), төҙөлөш (ете процент), транспорт (ете процент) һәм ауыл хужалығы тармағында (дүрт процент) эшләй.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2025-09-06/esh-bire-sel-rg-11-million-um-t-l-n-4376076