– Башҡорт микрокредит компанияһы эшҡыуарҙарға “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә уңайлы шарттарҙа кредит тәҡдим итә. Был шарттар финанс ресурстарын ҡулайлыраҡ итә, әйләнештәге капиталды һөҙөмтәле тулыландырырға һәм бизнесты үҫтереүгә инвестициялар һалырға мөмкинлек бирә, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.
Башҡорт микрокредит компанияһы тарафынан бирелгән ташламалы кредит торттарҙы күпләп етештереү процестарын камиллаштырыуға нигеҙ буласаҡ. Был дәүләт ярҙамы алыуҙың тәүге осрағы түгел: 2022 йылда эшҡыуарҙарға 2,1 миллион һум күләмендә кредит бирелгән.
– Тормош иптәшем менән кондитер бизнесында 15 йыл самаһы шөғөлләнәбеҙ. Ошо ваҡыт эсендә яратҡан бизнесыбыҙға 20 миллион һум самаһы аҡса һалдыҡ. Күпләп етештерелгән арзан торт булдырыу идеяһы беҙҙең икенсе производствонан – айырым торттарҙан килеп сыҡты, – ти эшҡыуар Елена Иванова.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡарарына ярашлы, яңыртылған милли проекттар 2025 йылдан алып тормошҡа ашырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты.