Милли проекттар
15 Сентябрь 2025, 06:06

Һәләтле йәштәргә ярҙам

Өфө вуз-ара кампусы резиденты студент стартаптарына ярҙам итеү өсөн биш миллион һум алды.

Һәләтле йәштәргә ярҙамҺәләтле йәштәргә ярҙам
Һәләтле йәштәргә ярҙам

Республика Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, вуз-ара студенттар кампусы резиденты – М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан Федераль инновацияларға ярҙам итеү фондының «Студент стартапы» конкурсына бирелгән туғыҙ ғаризаның бишәүһе хуплау тапҡан. 

Еңеүселәр 1 миллион һум ала. 11600 самаһы ғаризанан 2500 иң яҡшы проект һайлап алынған. Еңеүсе проекттар буйынса Башҡортостан дүрт лидер иҫәбенә инде. Еңеүсе проекттарҙың һәр икенсеһе технологик лидерлыҡ милли проекттарының бер өлкәһенә арналған.

– Республика студенттарының стартаптар конкурсында уңышлы ҡатнашыуы – төбәк етәкселегенең фән өлкәһендәге системалы эшенең, һәләтле йәштәргә ярҙам итеүенең тағы бер һөҙөмтәһе. Ә төбәктә вуз-ара кампус булдырыу университеттарҙы фән драйверҙары булараҡ үҫтереүгә генә түгел, тотош илдең технологик суверенитетына ла булышлыҡ итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республиканың Фән һәм юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Светлана Мостафина.

Аҡмулла университетының конкурста еңеү яулаған биш студенты сығарылыш квалификация эштәрен стартап форматында яҡларға ниәтләй. Эштәр тематикаһы киң биотехнологиялар, яңы материалдар һәм химик технологиялар, медицина һәм һаулыҡ һаҡлау технологиялары, креатив индустриялар өлкәһенә ҡағыла.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/news/milli-proekttar/2025-09-12/e-e-se-studenttar-ber-r-million-um-a-ey-buldy-4384182 

Фото: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты https://bspu.ru/news/22787 

Автор:
Читайте нас