Милли проекттар
15 Сентябрь 2025, 06:16

Туңдырма экспорты артҡан

Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 46 процентҡа күберәк.

Туңдырма экспорты артҡанТуңдырма экспорты артҡан
Туңдырма экспорты артҡан

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы хәбәр итеүенсә, быйылғы һигеҙ айҙа Башҡортостан сит илгә 100 мең долларлыҡ туңдырма оҙатҡан. Был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 46 процентҡа күберәк. Дөйөм алғанда, ғинуар-август айҙарында туңдырма экспорты 6,6 процентҡа артҡан. Сит илдәргә ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьмин итеүҙе арттырыу – “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының өҫтөнлөклө маҡсаттарының береһе.

Башҡорт продукцияһын төп импортлаусы — Ҡаҙағстан Республикаһы. Һалҡын “тәмлекәс”те  сит илдәрҙә һатыу үҫеше тотош илдә лә билдәләнә. «Агроэкспорт» мәғлүмәттәре буйынса, быйылғы ете айҙа Рәсәй экспортҡа 47 миллион долларҙан ашыу суммаға туңдырма оҙатҡан, был былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 37 процентҡа күберәк. 

“Агроэкспорт”тың алдан иҫәпләүҙәре буйынса, 2030 йылға Рәсәй туңдырма экспорты 110 миллион долларҙан ашыу булыуы ихтимал. Башҡортостанда иң ҙур туңдырма етештереүсе булып "Башҡорт туңдырмаһы" компанияһы иҫәпләнә. 

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-09-12/bash-ortostan-tu-dyrma-eksportyn-arttyr-y-4384313 

Автор:
Читайте нас