

Эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты сиктәрендә башҡарылған. Яңыртыуға тиклем район халҡы өсөн был мәсьәлә бик сетерекле була, торбаларҙың иҫке булыуы үҙенекен итә - йыш ҡына авариялар булып тора. Хәҙер инфраструктура тулыһынса яңыртылған. Белгестәр 4450 метр торбаларҙы яңыға алмаштырған, туғыҙ яңы ҡоҙоҡ, дүрт юғары һөҙөмтәле насос урынлаштырған.
- Хәҙер һыу юғалтыу кеүек проблеманан арындыҡ, ә уның сифаты барлыҡ санитар нормаларға яуап бирә, - ти торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова.
"Тормош өсөн инфраструктура" милли проектының маҡсаты - ауыл-ҡалаларҙы комплекслы үҫтереү. Был - торлаҡ һәм юлдар төҙөү һәм төҙөкләндереү, йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү һәм башҡалар.