

Республиканың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан Башҡортостандан Ҡытайға 10 мең тоннанан ашыу рапс майын экспортҡа сығарылған. Был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
Төбәктең агросәнәғәт комплексы тауарын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының маҡсаттарының береһе булып тора.
Россельхознадзорҙың төбәк Идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылдың һигеҙ айында экспортҡа сығарылған партияларға 470-тән ашыу фитосанитар сертификат бирелгән. Карантин аҫты продукцияһының һайлап алынған өлгөләре лабораторияла тикшеренеүҙәр комплексын үтә. Тауарҙа хәүефле организмдар табылмаған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, рапс юғары маржиналь майлы культура булып тора һәм күп өлкәләрҙә ҡулланыла. Был үҫемлектән аҙыҡ-түлек, фармакология, косметика сәнәғәте өсөн май, биодизель етештерәләр. Башҡортостанда быйыл ауыл хужалығы миҙгелендә аграрийҙар 80 мең гектарҙан ашыу майҙанда рапс сәскән.
Рәмилә МУСИНА фотоһы.