Милли проекттар
22 Сентябрь 2025, 05:55

Сираттағы ярымфабрикаттар партияһы оҙатылды

Башҡортостан күркә ите экспортын арттырҙы.

Сираттағы ярымфабрикаттар партияһы оҙатылдыСираттағы ярымфабрикаттар партияһы оҙатылды
Сираттағы ярымфабрикаттар партияһы оҙатылды

Россельхознадзорҙың республика буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Мәләүез ҡошсолоҡ предприятиеһы Азербайжанға күркә итенән туңдырылған ярымфабрикаттарҙың сираттағы партияһын оҙатты.

Башҡортостан тауарын сит илгә оҙатыуҙы арттырыу “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының бурыстарының береһе булып тора.

Был - Башҡортостандан Азербайжанға йыл башынан алып ун алтынсы партия19 тонна ауырлыҡтағы ит продукцияһы сит илгә оҙатылғанға тиклем Россельхознадзор идаралығы белгестәре тарафынан контроль процедураһын үтә.

Йыл башынан алып Рәсәйҙең дәүләт сигендә һәм транспортта ветеринар күҙәтеү бүлеге белгестәре Кавказ аръяғы республикаһы өсөн был предприятиеның 290 тонна ярымфабрикатын рәсмиләштергән, был былтырғыға ҡарағанда ике тоннаға күберәк.

Автор:
Читайте нас