Милли проекттар
29 Сентябрь 2025, 05:10

Математика лицей-интернаты төҙөлә

Унда бөтә республиканан VI-XI класс балалары белем аласаҡ.

Математика лицей-интернаты төҙөләМатематика лицей-интернаты төҙөлә
Математика лицей-интернаты төҙөлә

Өфөлә “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Иң яҡшыһы балаларға” федераль проекты сиктәрендә математика лицейы интернаты төҙөлөшө дауам итә, тип хәбәр иттеләр республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан.

Төҙөлөш майҙансығында 29 белгес һәм ете берәмек техника йәлеп ителгән. Әлеге ваҡытта ер эштәре башҡарыла: соҡор ҡаҙыу һәм фундамент ҡороу, һүтеү эштәре, тышҡы кирбес стеналар төҙөү алып барыла. Объектты инженер селтәрҙәренә тоташтырыу өсөн бөтә кәрәкле техник шарттар алына. Артабанғы планда - ҙур күләмдә төҙөлөш һәм биҙәү эштәре, шулай уҡ лицей-интернатты заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу.

Белем биреү учреждениеһының дөйөм майҙаны 24 мең квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Лицей 360 уҡыусыға һәм 250 йоҡо урынына иҫәпләнгән. Унда бөтә республиканан VI-XI класс балалары белем аласаҡ. Уҡыу йорто мәғарифты, спортты, ижадты һәм фәнде берҙәм заманса арауыҡта берләштерәсәк, был уҡыусыларҙы уҡытыу һәм йәшәү өсөн уңайлы шарттар булдырасаҡ.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-09-24/f-l-matematika-litsey-internaty-t-l-4400170 

Автор:
Читайте нас