

Башҡортостанда “Креатив индустриялар кластары” яңы белем биреү проекты эшләй башланы. Уны “Йәштәр һәм балалар” милли проектының “Приоритет 2030” программаһы сиктәрендә Өфө дәүләт нефть техник университетының Бизнес һәм креатив индустриялар экосистемалары институты тормошҡа ашыра, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан. Уҡыу программаһы ике йылға иҫәпләнгән һәм практик күнекмәләрҙе, оҫталыҡ дәрестәрен һәм проект эшен үҙ эсенә ала.
Белем биреү процесы бер юлы өс майҙансыҡта үтә: Евразия Фәнни-белем үҙәгенең Вуз-ара кампусында, ӨДНТУ-ла һәм ҡатнашыусы мәктәптәрҙә. Программа ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе һәм профессиональ компетенцияларҙы формалаштырыуҙы берләштерә. Балалар үҙҙәрен сәнғәт, дизайн, медиа һәм технологияларҙың төрлө йүнәлештәрендә һынап ҡарай ала; команда эше, коммуникация һәм йәмәғәт сығыштары күнекмәләрен үҙләштерә; киләсәк индустрияларында талап ителгән техник инструменттарҙы үҙләштерә ала.
Беренсе ағымда Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге республика художество гимназия-интернатынан балалар ҡатнаша.