Милли проекттар
6 Октябрь 2025, 04:49

“Йыл эшҡыуары” республика конкурсы старт алды

Был конкурс 2025 йылдың 1 октябренән 10 ноябренә тиклем ике этапта үтәсәк.

“Йыл эшҡыуары” республика конкурсы старт алды“Йыл эшҡыуары” республика конкурсы старт алды
“Йыл эшҡыуары” республика конкурсы старт алды

“Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда “Йыл эшҡыуары» республика конкурсы старт алды, тип хәбәр иттеләр республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан.

Конкурста республика биләмәһендә теркәлгән һәм ике йылдан кәм булмаған бизнес менән шөғөлләнгән шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик шәхестәр ҡатнаша ала. Конкурсты ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы. Операторы – Башҡортостан Республикаһының Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды.

– “Йыл эшҡыуары Башҡортостан Республикаһында тәүге тапҡыр 2005 йылда ойошторолдо һәм шул ваҡыттан алып төбәктең эшлекле тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелде. Быйыл беҙ махсус операцияла ҡатнашыусы ветерандарға, уларҙың ғаилә ағзаларына, шулай уҡ ҡаҙаныштары ике яңы номинацияла лайыҡлы танылыу аласаҡ креатив индустрия вәкилдәренә ярҙам итеүгә иғтибар бүләсәкбеҙ, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина.

Конкурс 2025 йылдың 1 октябренән 10 ноябренә тиклем ике этапта үтә: һайлап алыу (муниципаль) һәм йомғаҡлау (республика). Һайлап алыу этабы 2025 йылдың 1 октябренән 15 октябргә тиклем муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре тарафынан ойошторола.

Һайлап алыу туры еңеүселәре өсөн йомғаҡлау этабының ғариза кампанияһы 2025 йылдың 16 – 31 октябрендә, ә йомғаҡлау (республика) этабы 2025 йылдың 1 – 10 ноябрендә үтәсәк.

Бүләкләү тантанаһы 2025 йылдың ноябренә планлаштырылған.

Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-10-04/bash-ortostanda-yyl-esh-yuary-respublika-konkursy-start-aldy-4414739 

Фото сығанағы: https://vk.com/wall-97993000_5271  

Автор:
Читайте нас