

Стәрлетамаҡ кирбес заводының “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты ҡарамағындағы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” федераль проектында ҡатнашыуы предприятиеға эш һөҙөмтәлелеген һиҙелерлек күтәреү мөмкинлеген биргән, тип хәбәр итә республика Хөкүмәте.
– Кирбес заводындағы был эш – етештереү күләмен капитал һалыуҙарһыҙ, эске процестарҙы яңынан ҡарау иҫәбенә күтәреү мөмкинлегенә асыҡ дәлил. Ваҡытты 15 проценттан ашыуға ҡыҫҡартыу – конкурентлыҡ йәһәтенән етди өҫтөнлөк, ул предприятие өсөн яңы баҙар мөмкинлектәре аса, – ти республика Хөкүмәте вице-премьеры – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
– Элек кәрәкле эш ҡоралын, йыһаздарҙы эҙләү күпмелер ваҡыт талап итә ине. Хәҙер иһә һәр береһенең визуаль билдәләнгән үҙ урыны бар. Был хеҙмәткәрҙәр араһында тәртипте нығыта, эштең үтәлешен тиҙләтә, – ти заводтың баш инженеры Алексей Балакин.
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/milli-proekttar/2025-10-16/kirbeste-any-la-sifaty-la-arta-4429623