Милли проекттар
20 Октябрь 2025, 05:39

Урман культуралары өсөн агротәрбиә үткәрелде

Башҡортостанда 16,8 мең гектар майҙанда урман культуралары өсөн агротәрбиә үткәрелде.  

Урман культуралары өсөн агротәрбиә үткәрелдеУрман культуралары өсөн агротәрбиә үткәрелде
Урман культуралары өсөн агротәрбиә үткәрелде

Башҡортостанда 16,8 мең гектар майҙанда урман культураларына агротехник тәрбиә үткәрелгән. Агротәрбиә – “Экологик именлек” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау”  федераль проекты сиктәрендә урмандарҙы тергеҙеүҙең төп этаптарының береһе, тип хәбәр иттеләр республиканың Урман хужалығы министрлығында.

Агротехник тәрбиәнең төп бурысы — йәш ағастарҙың үҫеше өсөн уңайлы шарттар булдырыу, шулай уҡ тулы ҡиммәтле урмандың формалашыу ваҡытын ҡыҫҡартыу.

– Агротәрбиә бер йәштән биш йәшкә тиклемге урман культураларының йәш үҫентеләре үҫешенә ҡамасаулаған үлән үҫемлектәрен алып ташлау өсөн механизацияланған ысул һәм ҡул менән үткәрелә. Бындай саралар, йәш үҫентеләрҙең йәшенә һәм ҡыйланыуына ҡарап, вегетация осоронда бер участкала бер нисә тапҡыр үтәлергә мөмкин, — тип аңлатты Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Альберт Закиров.

Сығанаҡ: https://haibh.ru/news/milli-proekt/2025-10-20/a-astar-g-rl-p-en-s-n-4433020 

Фото: Автор: Азамат Абдрафиков (АО ИД «Республика Башкортостан») 

Автор:
Читайте нас